Был конкурста Мәләүез районы Мәғариф идаралығы методисы Вилиә Марат ҡыҙы Фәхретдинова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары: Гөлфара Миңзаһир ҡыҙы Әлеева, Флүзә Ғәлиулла ҡыҙы Әбдрәшитова, Фаягөл Кәфил ҡыҙы Морозова, Рәсилә Ғәбдрәсулла ҡыҙы Ниғмәтуллина, Гөлнара Нурислам ҡыҙы Татлыбаева, Светлана Хәйҙәр ҡыҙы Ҡараҙбаева, Гөлнәзирә Рәхимйән ҡыҙы Рәхмәтуллина, Фирҙәүес Тимербай ҡыҙы Шәйәхмәтова, Илүзә Сөләймән ҡыҙы Әбдрәжәпова ҡатнашты. Конкурсҡа бик яуаплы ҡараныҡ, ентекле әҙерләндек.Эштән һуң кисен репетицияларға тырышып йөрөгән коллегаларыма рәхмәт.Шул арала йыр менән тауыш яҙҙырыу, сәхнәгә дәртле , йәштәрсә сығыу өсөн төрлө музыкаларҙы һайлап бергә туплаүҙар, презентациялар эшләү, күлдәк тектереүҙәр, уны кейеп -ҡарап "шул эргәһен, был эргәһен үҙгәрт әле тип" , тағы кисен йүгереп барып етеүҙәр, биҙәүестәр һайлау һәм башҡалар һәм башҡалар...Конкурс 3 турҙан торҙо: беренсеһе- "Атайсалға хеҙмәт итәм"- Мәләүез мәғарифының эшен презентациялар. Был конкурста беҙ иң ҙур баһа алдыҡ.Афариндар!!! Икенсе тур -Этноквиз -15-шәр секундта 10 һорауға яуап бирергә. Өсөнсө тур- мастер кластар күрһәтеү. Беҙҙең команда Интерактив башҡорт теле медиа-контенты (Рәхмәтуллина Г.Р), Якласс платформаһы (Абдрашитова Ф.Г.) һәм функционал грамоталылыҡ (Алиева Г.М.) буйынса мастер кластар үткәреп жюри ағзаларының юғары баһаһын алды. Конкурс сәмле, ҡыҙыу барҙы. Һәр команданың сығышы үҙенсәлекле матур ине. Беҙҙең тырышыуыбыҙ үҙ емештәрен бирҙе, 14 команда араһынан 3-сө урын яуланыҡ. Уҡытыусыларыма оло рәхмәтемде еткерәм. Һеҙ иң Яҡшылары, иң Шәптәре, иң Матурҙары!!!
Музыканы, презентацияны ваҡытында тоҡандырып, зал артында уң ҡулыбыҙ булған, беҙҙең сәстәребеҙҙе матурлап ҡуйған уҡытыусыларыбыҙ : Гөлкәй Нурислам ҡыҙы Татлыбаеваға, Лилиә Әҡсән ҡыҙы Фазлыәхмәтоваға, Гөлфиә Валерий ҡыҙы Хөсәйеноваға , Фидалия Фәрғәт ҡыҙы Ғилажеваға ҙууур рәхмәт. Һеҙ яуаплы, ышаныслы коллегаларыбыҙ.Беҙ һеҙҙең менән бер команда булдыҡ.
14 декабрь конкурстың финал этабына саҡырыу алдыҡ. Алла бирһә, 14 декабрь "Остаз" конкурсының финалына барабыҙ. Сюрприз була тинеләр.
Вилиә ФӘХРЕТДИНОВА.