Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2023, 10:28

Һыуыҡтар ваҡытында водителдәр өсөн файҙалы кәңәштәр

   

Һыуыҡтар ваҡытында водителдәр өсөн файҙалы кәңәштәр
Һыуыҡтар ваҡытында водителдәр өсөн файҙалы кәңәштәр

Башҡортостан ЮХХДИ-ның баш инспекторы Владимир Севастьянов водителдәргә мөрәжәғәт итте:

"Башҡортостанда температураның ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә. 

Шуға бәйле республиканың Дәүләт автоинспекцияһы водителдәргә бындай һауа торошонда һаҡлыҡ саралары хаҡында иҫкәртә.

Юлда бик һаҡ булығыҙ, мөмкин булһа, алыҫ юлға сығыуҙан баш тартығыҙ.

Транспорттың техник торошон тикшерегеҙ, яғыулыҡ бакын тултырығыҙ.

Аккумулятор һәм яҡтылыҡ приборҙары эшендә үҙгәрештәр булмауына инанығыҙ.

Машинаға йылы кейем, аяҡ кейеме һәм телефон өсөн зарядлау ҡоролмаһын һалығыҙ.

Дәүләт Автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре техник яҡтан боҙолған транспортты асыҡлау һәм ауыр хәлдә ҡалған граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн юлдарҙы патрулләй.

Дежур частарҙың телефон номерҙары: БР буйынса Эске эштәр Министрлығы Дәүләт Автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәтенең айырым махсуслаштырылған батальоны: 235-84-02, 233-27-31 и Дәүләт Автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәте полкы Рәсәй эске эштәр Министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы: 237-84-80, 237-02-02»

 

ШУЛАЙ УҠ УҠЫҒЫҘ:

В Уфе на период сильных морозов подготовлены пункты временного размещения

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас: