ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2023, 16:30

Башҡортостанда «Хендай» менән ҡаршы ЮЛ фажиғәһендә «Лада» водителе һәләк булған

    

Башҡортостанда «Хендай» менән ҡаршы ЮЛ фажиғәһендә «Лада» водителе һәләк булған
Башҡортостанда «Хендай» менән ҡаршы ЮЛ фажиғәһендә «Лада» водителе һәләк булған

Бөрө районында 8 декабрҙә көндөҙ Бөрө-Новодесяткино-Чирша-Тартыш автомобиль юлының 9-сы километрында үлемесле авария булған. БР буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенең мәғлүмәттәре буйынса, «Лада Гранта» автомобиле водителе ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыҡҡан һәм «Хендай Соната» автомобиле менән бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһында «Гранта» водителе ашығыс ярҙам килгәнгә тиклем урында уҡ вафат була. Әле ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

Мәғлүмәт сығанағы, фото һәм видео: БАШИНФОРМ

Шулай уҡ уҡығыҙ: 

Подробности ДТП с двумя погибшими

Һыуыҡтар ваҡытында водителдәр өсөн файҙалы кәңәштәр

Башҡортостанда «Хендай» менән ҡаршы ЮЛ фажиғәһендә «Лада» водителе һәләк булған
Башҡортостанда «Хендай» менән ҡаршы ЮЛ фажиғәһендә «Лада» водителе һәләк булған
Автор:Дина Ишматова
Читайте нас: