ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль , 17:27

Шәжәрә - минең нәҫел ебем

Шәжәрә байрамының мәғәнәһе бик тәрән

Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем

Бер ағас та тамырына таянмайынса, матур һәм ныҡ булып үҫмәй. Кеше лә ғаиләһе шәжәрәһен белмәйенсә үҙен  Ватанының лайыҡлы улы йәки ҡыҙы тип иҫәпләй алмай.

9 февралдә 19-сы "Сулпан" балалар баҡсаһында «Шәжәрә - минең нәҫел ебем» конкурсының муниципаль этабы тамамланыуы хөрмәтенә күркәм байрам ойошторолдо. Был сараның әһәмиәте бик ҙур. Ул туғанлыҡты таныуҙы, ғаилә-туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуҙы, быуындар бәйләнешен, милли традицияларҙы тергеҙеүҙе, шулай уҡ илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүҙе һәм һәр кешелә күренекле яҡташтар өсөн милли ғорурлыҡ тәрбиәләүҙе кәүҙәләндерә. Шулай уҡ тарихи-этнографик байрам да ул. Уның нигеҙен билдәле бер ырыуҙың, ғаиләнең шәжәрәһе генә түгел, башҡорт халҡының байрам-йола традициялары ла тәшкил итә.

Шәжәрә конкурсын ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, «Яугир» хәрби-патриотик ойошмаһы, мәғариф идаралығы ойоштора. Сараны асып, сәләмләү һәм рәхмәт һүҙҙәре менән ҡала-район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләлә Рафиҡова сығыш яһаны. Ул был сараның дүртенсе йыл үткәрелеүен, уның хатта онлайн тәжрибәһе лә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Конкурста 10 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан 11 ғаилә ҡатнашты. Һәр ҡатнашыусы тамашасы һәм жюри иғтибарына үҙенең шәжәрәһе, ырыуының барлыҡҡа килеүе, ғаиләлә һаҡланып ҡалған йолалар тураһында һөйләне. Сағыу сығыштар, йыр-моң һәм күргәҙмә композициялары байрамға айырыуса ҙур тантана бирҙе. Шулай ҙа Шәжәрә байрамы туған телдә сығыштар менән сағыу тамаша ғына түгел, ә үҙеңде ғаиләнең һәм хатта тотош ырыуҙың бер өлөшө итеп тойоу аша мәктәпкәсә йәштәгеләргә әхлаҡи тәрбиә биреүҙең төп аспекттарының береһе лә булды. Ул айырым ғаиләнең тормошо һәм ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алырға мөмкинлек бирҙе. Был кескәйҙәргә үҙ ырыуыңдың тарихын белеүҙең мөһимлегенә тағы бер тапҡыр инанырға булышлыҡ итте.

Дауамын киләһе һанда уҡығыҙ.

Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Шәжәрә - минең нәҫел ебем
Автор:Дина Ишматова
Читайте нас: