«Бөгөн Башҡортостандың 35 мең ауыл кешеһе тиҙлекле мобиль интернет һәм сифатлы тауыш элемтәһе менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булды. Бындай интернет ситтән тороп эшләргә, белем биреү платформаларында курстар үтергә, яҡындарың менән видеоэлемтә аша аралашырға, дәүләт хеҙмәттәрен алырға мөмкинлек бирә», — тине республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.