«Өҫтәп һалыуҙы» тыйыу – vk.cc/cvMnRf
Төбәктәр ресторандарҙа һәм кафеларҙа алкоголь эсемлектәрен һатыуға талаптар ҡуя ала, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа һәм яҡын урынлашҡан йәмәғәт туҡланыуы нөктәләрендә (ресторандарҙан тыш) алкоголь һатыу ваҡытын сикләй ала.
Торлаҡ бинаны үҙгәртеп ҡороу һәм торлаҡ булмағандар рәтенә күсереү – vk.cc/cvMnUf
Биналарҙың ниндәй ҙә булһа сиктәрен һәм майҙанын үҙгәртеү — планды үҙгәртеү тип иҫәпләнәсәк. Торлаҡ бинаны торлаҡ булмағанға һәм киреһенсәгә күсереү ябайлаштырыла.
Водитель таныҡлығын алыуҙа үҙгәрештәр – vk.cc/cvMnXo
Иҫерек килеш рүлдә йөрөгән өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән кешеләр имтихан тапшыра һәм яза тамамланғандан һуң ғына таныҡлыҡ алырға мөмкин. Транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр ҙә ваҡытлыса имтиханға инә алмай.
Берҙәм страховка системаһы – vk.cc/cvMo10
Страховкалаусылар Автоматлаштырылған мәғлүмәт страховка системаһына (АИСС) мәғлүмәт бирәсәк. Физик шәхестәр Дәүләт хеҙмәттәре аша система мәғлүмәттәрен алырға мөмкин.
Ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡуртымға биргәндә күршеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау – vk.cc/cvMo4j
Күршеләрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәгән осраҡта ғына торлаҡ биналарҙы ҡуртымға бирергә була. Шулай уҡ иҫәпләгестәре булмаған фатирҙы ҡуртымға бирергә ярамай.
Бөйөк Ватан һуғышы һәйкәлдәрен һаҡлау – vk.cc/cvMo80
Муниципалитеттар бындай объекттарҙы ябайлаштырылған тәртиптә ремонтлай ала. Шулай уҡ Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышы һәйкәлдәре реестры булдырыласаҡ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан