Конгэк
+4 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель , 09:14

Үҙәк банк Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлыҡҡа бағышланған тәңкәләр сығарҙы

Рәсәй банкы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары» һәм «Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының еңеүе» серияһынан иҫтәлекле көмөш тәңкәләр сығарҙы.

Ике һумлыҡ аҡса оҫта летчик Борис Сафоновҡа арналған. Һуғыш ваҡытында ул дошмандың 20-нән ашыу самолетын бәреп төшөргән. Сафонов беренселәрҙән булып һуғыш йылдарында батырлығы өсөн ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.

Өс һумлыҡ тәңкә — «Ҡыҙыл Йондоҙ ордены».

Ике тәңкә лә 925 пробалы көмөштән пруф сифаты менән эшләнгән, беренсеһенең ауырлығы — 15,55 грам, икенсеһенең 31,1 грамм. Һәр береһенең тиражы — 3 мең дана.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-04-12/tsb-vypustil-monety-v-pamyat-o-podvigah-v-velikoy-otechestvennoy-voyne-3725295

Үҙәк банк Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлыҡҡа бағышланған тәңкәләр сығарҙы
Үҙәк банк Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлыҡҡа бағышланған тәңкәләр сығарҙы
Автор:
Читайте нас: