Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель , 09:42

НИНДӘЙ ҮПКӘЛӘРЕ БЫСАҠ КҮТӘРЕРГӘ МӘЖБҮР ИТКӘН?

Ҡырмыҫҡалы район суды 40 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эшен тикшерҙе. Ул үҙенең ирен үлтереүҙә ғәйепләнә. Тикшереүҙән асыҡланыуынса, былтыр декабрҙә улар бергә иҫерткес эсемлек эсеп, табын ҡора. "Башҡа сыҡҡас" ҡатындың элекке үпкәләүҙәре иҫенә төшә һәм бысаҡ алып, уның менән иренең түшенә, башына һуға.

НИНДӘЙ ҮПКӘЛӘРЕ БЫСАҠ КҮТӘРЕРГӘ МӘЖБҮР ИТКӘН?
НИНДӘЙ ҮПКӘЛӘРЕ БЫСАҠ КҮТӘРЕРГӘ МӘЖБҮР ИТКӘН?
Алған йәрәхәттәре үлемесле була. Ҡатын үҙ ғәйебен таныны, уға 7 йылға иркенән мәхрүм итеү төрөндә яза бирелде. Суд ҡарары әле үҙ көсөнә инмәгән.
Фото:Ксения Калинина.
сығанаҡ: "Башинформ".

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: