Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель , 17:30

40 йәшлек Реана Айытҡолованы эҙләйҙәр

Башҡортостанда «ЛизаАлерт» төркөмө ирекмәндәре хәбәрһеҙ юғалған 40 йәшлек Реана Айытҡолованы эҙләүе хаҡында хәбәр итте. Ҡырмыҫҡалы районының Һарт-Шишмә ауылында йәшәгән ҡатын 13 апрелдә өйөнән сығып киткән, һаманғаса уның ҡайҙа икәне билдәһеҙ.

40 йәшлек Реана Айытҡолованы эҙләйҙәр
40 йәшлек Реана Айытҡолованы эҙләйҙәр

Район хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, яҡташыбыҙҙы эҙләү эштәре туҡтамай. Реана Айытҡолованың өйҙәш ире әйтеүенсә, һуңғы тапҡыр улар 13 апрель кисендә Ағиҙел йылғаһы буйында күрешкән. Тап шул ваҡыттан алып ул бәйләнешкә сыҡмай. Һуңғараҡ яр буйында юғалған ҡатындың телефоны табылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре территорияны тикшергән, шул иҫәптән кәмәләрҙә лә, әммә әлегә һөҙөмтә юҡ.

Әгәр ҙә кемдер Реананың ҡайҙалығын белһә, полицияның дежур бүлегенә 8-999-74-111-75 номеры буйынса шылтыратығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-04-16/v-bashkirii-stali-izvestny-podrobnosti-ischeznoveniya-40-letney-reany-aetkulovoy-3729191

Автор:
Читайте нас: