Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель , 08:58

Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем электрон хеҙмәт кенәгәһен рәсмиләштерә ала

Әгәр электрон хеҙмәт кенәгәһе булһа, уны элекке эштән алып, яңыһына тапшырырға кәрәкмәй. 2020 йылдан башлап Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем электрон хеҙмәт кенәгәһен рәсмиләштерә ала.

Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем электрон хеҙмәт кенәгәһен рәсмиләштерә ала
Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем электрон хеҙмәт кенәгәһен рәсмиләштерә ала
Электрон хеҙмәт кенәгәһендә нимә күрһәтелә:

- кешенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме, тыуған көнө, СНИЛС;
- эш урыны;
- һөнәре, специальносы, квалификацияһы йәки аныҡ эш төрө;
- эшкә инеү, күсеү һәм эштән бушатыу даталары, хеҙмәт килешеүен өҙөү сәбәптәре;
- вазифалары һәм структур подразделениелары;
- Алыҫ Төньяҡта һәм уға тиңләштерелгән биләмәләрҙә эшләү тураһында мәғлүмәттәр;
- ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһен һаҡлау йәки унан баш тартыу тураһында мәғлүмәт.

Электрон хеҙмәт кенәгәһен нисек рәсмиләштерергә:

- Әгәр рәсми рәүештә тәүге тапҡыр эшкә урынлашһағыҙ, карьерағыҙ тураһында бөтә мәғлүмәт электрон форматта алып барыласаҡ. Әгәр һорамаһағыҙ, ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһен рәсмиләштермәйәсәктәр.

- Эшләһәгеҙ, начальнигығыҙҙан хеҙмәт кенәгәһен электрон форматҡа күсереүҙе һорағыҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡағыҙҙағыһын да һаҡлап ҡалырға мөмкин.

Электрон хеҙмәт кенәгәһенән өҙөмтәне ҡайҙан алырға мөмкин:

- һуңғы эш урынында;
- Рәсәй Социаль фонды бүлексәһендә йәки Күп функциялы үҙәктә;
- Дәүләт Хеҙмәттәрендә (vk.cc/cfTgHO).

❓Электрон хеҙмәт кенәгәһендәге мәғлүмәт дөрөҫ йәки тулы булмаһа, нимә эшләргә:

Мәғлүмәттәрҙе төҙәтеү өсөн ғариза тултырығыҙ һәм, әгәр булһа,ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһе сканын, йәки эш биреүсе тарафынан бирелгән хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы документтарҙы беркетегеҙ. Ҡарар 10 эш көнө эсендә ҡабул ителә.

Әммә Рәсәйҙең Социаль фондына башҡа ведомстволарҙағы мәғлүмәттәрҙе тикшерергә кәрәк булһа, тикшереүҙең өс айға тиклем һуҙылыуы ихтимал. Нисек кенә булмаһын, яуап «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге шәхси кабинетығыҙға килә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас: