Яңылыҡтар
28 Апреля 2024, 00:47

Өфө һәм Стәрлетамаҡ халҡы «Еңеү паровозы»н күрә ала

Ул:— 2024 йылдың 28 апрелендә 09 сәғәт 30 минутта - Өфөгә;— 2024 йылдың 28 апрелендә 17 сәғәт 20 минутта Стәрлетамаҡҡа килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө һәм Стәрлетамаҡ халҡы «Еңеү паровозы»н күрә алаӨфө һәм Стәрлетамаҡ халҡы «Еңеү паровозы»н күрә ала
Өфө һәм Стәрлетамаҡ халҡы «Еңеү паровозы»н күрә ала

Стәрлетамаҡта паровоз тәүге тапҡыр.

Экспозицияға инеү ирекле. Билет һатып алырға кәрәкмәй.

«Еңеү паровозы» башында - бөгөнгө көндә лә эшләгән һәм байрамса биҙәлгән «Лебедянка» паровозы.

Унда:
— «Үлемһеҙ полк» пассажир вагондарын
— хәрби техника (совет Т-34 танкыһы, бронеавтомобиль һәм пулеметтар ҡуйылған ЗИС автомобилдәре, танкыға ҡаршы пушкалар һәм хәрби прицептар, тәгәрмәсле ялан кухняһы һ.б.) тейәлгән платформаларҙы күрергә була.

Бөтә ҡунаҡтар ҙа хәрби экспонаттар менән фотоға төшә һәм 1945 йылғы атмосфераны тергеҙеүсе реконструкцияла ҡатнаша ала. Станцияларҙа шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы атыу ҡоралдары күргәҙмәһен күрергә һәм «Георгий таҫмаһы» акцияһында ҡатнашырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас