Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
22 Мая 2024, 06:30

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Республика Башлығының тейешле указына 15 майҙа ҡул ҡуйылған һәм бөгөн ул рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләндеБашҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде
Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Бүләкләнеүселәр араһында — Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Шаран райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре бар.

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған. Был награда, республика ҡануниәтенә ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырылырға тейеш.

Әйткәндәй, «Башинформ» Башҡортостанда 55 ҡатын-ҡыҙҙың «Әсәлек даны» миҙалы аласағы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-21/50-mnogodetnyh-materey-bashkirii-nagrazhdeny-medalyu-materinskaya-slava-3776488

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас