ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май , 11:52

Мәләүездә МХО яугире полиция капитаны Алмаз Вәлиуллинды һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн, 26 майҙа, ҡала мәҙәниәт һарайы майҙансығында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Мәләүездең ҡыйыу улы Вәлиуллин Алмаз Йәғәфәр улы менән хушлашыу булды.

Мәләүездә МХО яугире полиция капитаны Алмаз Вәлиуллинды һуңғы юлға оҙаттылар
Мәләүездә МХО яугире полиция капитаны Алмаз Вәлиуллинды һуңғы юлға оҙаттылар

Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены кавалерын һуңғы юлға туғандары, дуҫтары, коллегалары, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рамазан Рамазанов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков, ҡала һәм район халҡы оҙатты. Рамазан Омар улы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары исеменән Алмаздың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе:

- Бөгөн ысын геройҙы, Ватаныбыҙ патриоты Алмаз Вәлиуллинды һуңғы юлға оҙатабыҙ, - тине Рамаҙан Омар улы. - Барыбыҙ өсөн дә ауыр ваҡытта ул Ватанды яҡлап сыҡты, илебеҙҙе, беҙҙе һәм һеҙҙе яҡларға сафҡа баҫты. Ул батырҙар үлеме менән һәләк булды, батырлыҡ өлгөһө күрһәтте. Алмаз кеүек илһөйәрҙәр барҙа илебеҙ еңелеү белмәҫ тип әйтә алабыҙ. Яратҡан улығыҙ, иптәшегеҙ, атайығыҙҙы юғалтыуҙы ауыртыуһыҙ кисереп булмай. Ысын күңелдән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Бөтә Башҡортостан һеҙҙең менән илай, илебеҙҙе яҡлап, иҫ киткес батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән ысын геройҙы юғалттыҡ.

Алмаз Йәғәфәр улы белем алған 1-се гимназия коллективы исеменән уҡыу йортоноң директоры Александр Шадрин сығыш яһаны. Хеҙмәттәштәренең ҡайғы уртаҡлашыуын Мәләүез районының ведомствонан тыш һаҡ бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Руслан Калкаманов тапшырҙы.

Вәлиуллин Алмаз Йәғәфәр улы 1977 йылдың 25 мартында Өфө ҡалаһында тыуған. Мәләүез ҡалаһының 1-се гимназияһында уҡый. Уны тамамлағандан һуң Башҡортостан иҡтисад-юридик техникумына хоҡуҡ белеме һөнәре буйынса уҡырға инә. 1999 йылдың 25 декабренән 2001 йылдың 5 октябренә тиклем Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә.

Алмаз Йәғәфәр улының бөтә хеҙмәт биографияһы хоҡуҡ тәртибе органдарында хеҙмәт итеүгә һәм яҡташтарҙың мәнфәғәттәрен яҡлауға арналған. 2004 йылдан 2011 йылға тиклем Эске эштәр бүлегендә эшләй, 2011 йылдан Мәләүез районының ведомствонан тыш һаҡ бүлегенә хеҙмәт итергә күсә. 2021 йылда Мәләүез районы буйынса Ведомствонан тыш һаҡ бүлегенең полиция ротаһы командиры урынбаҫары вазифаһынан хеҙмәт стажы буйынса хаҡлы ялға китә.

2022 йылдың сентябрендә мобилизация буйынса саҡырыла һәм махсус хәрби операция үткәреү зонаһына китә. Взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Шәхси батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

Алмаз Йәғәфәр улы 2024 йылдың 15 майында Луганск Халыҡ Республикаһы территорияһында махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк була.

Азат Йәғәфәр улының әсәһе Люциә Ғәлиулла ҡыҙы, ҡатыны Ольга Михайловна, ҡыҙҙары Маргарита һәм Изабелла ҡала.

Мәләүез районы һәм ҡалаһы халҡы исеменән яугирҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ. Алмаз Йәғәфәр улы тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә бер ҡасан да һүнмәйәсәк, ә уның батырлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ!

Вәлиуллин А.Й. Мәләүез ҡалаһы зыяратында ерләнде.

Мәләүездә МХО яугире полиция капитаны Алмаз Вәлиуллинды һуңғы юлға оҙаттылар
Мәләүездә МХО яугире полиция капитаны Алмаз Вәлиуллинды һуңғы юлға оҙаттылар
Мәләүездә МХО яугире полиция капитаны Алмаз Вәлиуллинды һуңғы юлға оҙаттылар
Мәләүездә МХО яугире полиция капитаны Алмаз Вәлиуллинды һуңғы юлға оҙаттылар
Автор:Гулия Шагигалина
Читайте нас: