ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май , 10:35

Аллам һаҡлаһын. Уны саҡырғандар!

   

Аллам һаҡлаһын. Уны саҡырғандар!
Аллам һаҡлаһын. Уны саҡырғандар!

"Өсөнсө курста уҡығанда мин йәйге балалар лагерында эшләп алған инем. Миңә барыһы ла оҡшай ине, йәй, тәбиғәт, балалар һәм ярҙамсыл коллектив. Әммә минең яңы эшемдә бик ҡурҡыныс нәмә лә бар ине.

Һәр төн һайын минең отрядтағы бер ҡыҙ тәҙрәнән сығып, яҡындағы баҫыуға йүгерә ине. Шул уҡ ваҡытта ул яланға саҡырылыуы һәм мотлаҡ унда барырға тейешлеге тураһында ҡысҡыра ине. Былар бөтәһе лә бик ҡурҡыныс күренә ине.

Беҙгә хеҙмәттәшем менән төн һайын кыҙҙы тынысландырырға һәм кире лагерға алып ҡайтырға тура килде.

Ә һуңынан өлкән остаздарыбыҙ ҡасандыр яланда иҫке зыярат булғанын һөйләне. Шулай уҡ был лунатик балаларҙың төнөн зыяратҡа ҡасҡан тәүге осраҡ булмауы хаҡында ла."

Гөлшат Искәндәрова

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас: