ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь , 13:03

Шайтанмы әллә енме?

   

Шайтанмы әллә енме?
Шайтанмы әллә енме?

"Минең 35 йәшлек бер туған ағайым бар. Уның ғаиләһе ҙур, 4 улы бар. Ул контракт буйынса махсус техника водителе вазифаһында хеҙмәт итә. Әммә уның бер фобияһы бар, һәм ул уны йәшермәй ҙә. Ул төрлө шайтандарҙан һәм ендәрҙән ҡурҡа, хатта төрлө хикәйәләрҙе лә бындай темаларға тыңларға яратмай. "Мин, утҡа ташлана алам, кәрәк икән, бейеклектән ырғый алам, ә бына теге донъя тураһындағы һәр төрлө тарихтарҙы тыңларға ҡурҡам" - ти.
Бына шулай итеп, ул бер ваҡыт беҙгә килгәндә ҡунырға ҡалған ине. Тап ошо төндә ҡатыным икенсе балабыҙҙы таба башланы һәм миңә уны бала табыу йортона алып барырға тура килде. Ә беҙҙең беренсе ҡыҙыбыҙға 4 йәш. Шулай итеп, беҙ киттек, ә ҡыҙымды ағайым менән ҡалдырҙыҡ.
Улар киске аш ашаған, әкиәттәр уҡыған, һәм ул уны йоҡларға һалған. Һәм бына төн уртаһында ағайым ҡыҙыбыҙҙың көлөүенән уянған. Ағайым уның бүлмәһенә нимә булғанын ҡарарға барған. Ҡыҙым шул мәлдә карауатында уйнап ултырған. Ни өсөн йоҡламайһың, тигән һорауға бабай менән уйнайым, тип яуап биргән. Ишеткәндәренән ҡурҡып ҡалған. Ул уның ниндәй бабай менән уйнауын асыҡлай башлаған, ә ҡыҙым уға: "Ана шуның менән!" - тип бушлыҡҡа күрһәткән. Ағайым, оҙаҡ уйлап тормай, ҡыҙымды ҡосағына алып бала табыу йортона килгән.
Мин уларҙы төн уртаһында медицина учреждениеһында күреп шаҡ ҡаттым."

Ильнур К.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас: