ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь , 14:07

Республикала Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған конференция була

15 июндә Башҡортостандың Милли музейы филиалында — Салауат Юлаев музейында «Батырҙар тыуҙырған төйәк: илһөйәрлек призмаһы аша Салауат Юлаев образы» тигән ғилми-ғәмәли конференция була (16 ). Легендар полководец, милли герой, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға бағышланған сарала ғалимдар, тикшеренеүселәр, музей хеҙмәткәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм журналистар ҡатнаша.

Республикала Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған конференция була
Республикала Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған конференция була

Конференцияла батыр шәхестәребеҙ — Салауат Юлаевтан алып махсус хәрби операция геройҙарының хәрби юлы, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары, хәрби һәм хеҙмәт данын мәңгеләштереү буйынса музейҙарҙың эше ҡарала. Конференцияла Салауат Юлаевтың хәтерен һаҡлау һәм образын популярлаштырыу йәһәтенән эшмәкәрлек йүнәлештәре билдәләнә.

Мәҙәни программа көнөндә музейҙа һәм майҙансыҡта «Салауат Юлаев: батырҙан легендаға тиклем» планшет күргәҙмәһе эшләй.

Конференцияны үткәреү урыны: Салауат районы, Малаяҙ ауылы, Совет урамы, 61а йорт.

СЫҒАНАҠ: https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-06-11/v-bashkirii-proydet-konferentsiya-k-270-letiyu-salavata-yulaeva-3806236

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: