Конгэк
-10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август , 06:00

Беҙ белергә тейеш биш әйбер

Тормош тәжрибәһе үткән юлдар, кисергән ваҡиғалар һәм яңылышыуҙар, һынауҙар аша килә. Үҙемдең ошо йәшемә еткәс түбәндәгеләрҙе аңланым:

Беҙ белергә тейеш биш әйбер
Беҙ белергә тейеш биш әйбер

-Ни тиклем йомарт йәки күңелле булыуыңа ҡарамаҫтан, һинең менән дуҫлашмағандар һәр ваҡыт буласаҡ. Был ғәҙәти күренеш һәм һинең өсөн баһа түгел.

-Ни тиклем тырышһаң һәм яҡшылыҡҡа ынтылһаң да, һин дә хаталанырға хоҡуҡлы. Был тормошта яңылышыуҙар буласаҡ, уларҙан һабаҡ алырға өйрәнергә кәрәк. Тик хаталар белем алыу һәм үҫеүгә ҡамасауларға тейеш түгел.

-Тырышлыҡ һәр ваҡыт уңышҡа гарантия бирмәй: ҡайһы берҙә һин бик тырышып эшләйһең һәм шул уҡ ваҡытта өмөт иткәнеңә өлгәшә алмайһың. Шуға күрә һөҙөмтәгә генә ынтылырға түгел, ә процестан рәхәтлек алыу яҡшыраҡ.

-Тормош матур, әммә унда барыһы ла ябай түгел. Ҡаршылыҡтар ҙа осрай. Был ғәҙәти, уларҙы лайыҡлы сығыу юлдарын табырға ғына кәрәк.

-Юҡ тип әйтә бел. Үҙеңә зыян килтереп, башҡаларға яҡшы булырға тырышыу тиҙҙән күңел төшөнкөлөгөнә килтереүе ихтимал.

Фәнүзә БИКМЫРҘИНА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: