Кем 6,7 сентябрҙә һайлай алмаған үҙенең һайлау участкаһында иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем һайлай ала.
Мәләүез районы һәм ҡалаһы һайлау участкаларында бинанан тыш тауыш бирергә лә мөмкин. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙең һайлау участкаһына ауырыу, инвалидлыҡ һәм башҡа сәбәптәр буйынса килә алмаһағыҙ, өйҙә тауыш бирергә мөмкинлеген файҙаланығыҙ. Бының өсөн үҙегеҙҙең һайлау комиссияһына йәки территориаль һайлау комиссияһына+73476435153 телефоны буйынса шылтыратып, заявка бирергә кәрәк. Күсмә һайлау комиссияһы ағзалары һеҙгә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән киләсәк. Һеҙҙән паспорт ҡына кәрәк була.
МӨҺИМ!
Бинанан тыш тауыш биреү өсөн ғаризалар 8 сентябрҙә 8:00 сәғәттән 14:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.