ГорОбзор.ру хоҡуҡ һаҡлаусыларға һылтанып хәбәр итеүенсә, мутлашыусылар телеграмда «тоҙаҡ ҡора». Йәнәһе улар – боттар, һайлауҙа закон боҙоу осраҡтары тураһында мәғлүмәт йыя икән.
Ләкин был – мутлашыуҙың сираттағы ысулы ғына. Бындай каналдарҙың төп маҡсаты – граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәрен алып, аҡсаһыҙ ҡалдырыу.