Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь , 05:35

Баландан повидло эшләйек

Рецебы ябай ғына

Баландан повидло эшләйек
Баландан повидло эшләйек

1.Баланды бешереп алып, иләк аша үткәрәбеҙ.

2. Ҡалын төплө һауытта күбеген йыя-йыя, болғата-болғата, иң аҙ тигәндә ярты сәғәт ҡайнатабыҙ.

3. Ни тиклем оҙағыраҡ ҡайнатаһың, повидло шул тиклем ҡуйыраҡ була.

4. 1 кг баланға 1,5 кг иҫәбенән шәкәр ҡомо һалабыҙ. Сама менән шәкәр ҡомоноң яртыһынан күберәген һалып, оҙаҡҡа һуҙмай ғына (20 минутлап) ҡайнатабыҙ. Күбеге күтәрелһә, йыя барабыҙ, болғатырға онотмайбыҙ.

5. Ҡалған шәкәр ҡомон һалабыҙ ҙа, ирегәнсе бутап торабыҙ. Шәкәр иреп бетеүгә утты һүндерһәк тә була. Повидлоны эҫе килеш банкаларға тултырабыҙ һәм һыуынғанға тиклем ҡалдырабыҙ. Иртәгеһенә ашарға ла була.

Автор:
Читайте нас: