ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь , 05:15

2,4 миллион кешегә грипҡа ҡаршы прививка яһау кәрәк

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина «Честно говоря» программаһында белдереүенсә, республикала популяция иммунитетын булдырыу өсөн 2 миллион 400 мең кешегә грипҡа ҡаршы прививка яһарға кәрәк.

2,4 миллион кешегә грипҡа ҡаршы прививка яһау кәрәк
2,4 миллион кешегә грипҡа ҡаршы прививка яһау кәрәк

Бөгөнгә республика 60% яҡын вакцина бар, яңы поставка октябрҙә көтөлә, тип билдәләне спикер.

«Милли прививкалар календары сиктәрендә мотлаҡ вакцинация үтергә тейешле граждандар категориялары билдәләнде. Улар — медицина һәм дөйөм белем биреү учреждениелары, коммуналь хужалыҡ һәм автотранспорт хеҙмәткәрҙәре, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар һәм башҡалар», — тип һөйләне Ғәлимуллина.

Вакцинаны поликлиникаларҙа ла, күсмә медицина бригадаларында ла яһатырға мөмкин. Ауыл ерендә прививканы 2085 фельдшер-акушерлыҡ пункттарының береһендә эшләтергә була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-01/minzdrav-bashkirii-zayavil-o-neobhodimosti-privit-ot-grippa-2-4-mln-zhiteley-3951888

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: