Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөүенә бер йыл үтеп бара. Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тигәндәй, етәксе булараҡ, яугирҙәрҙең физик яҡтан сыныҡҡан булыуҙың ролен ул бик яҡшы аңлай.
“Бында ГТО нормаһын һәр яугир командир приказы менән тапшыра. Бар чиновниктарға ла физик әҙерлек буйынса норматив тапшырырға тәҡдим итәм. Кем минән дә яҡшыраҡ тартыла, шул етәксегә - минән приз”, - тип яҙа 55 йәшлек яугир үҙенең сәхифәһендә. Юлай Талха улы турникта тартылыу кеүек күнегеүҙәрҙе лә көсәнмәй, еңел генә итеп, йылмайып-көлөп кенә башҡара, афарин! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ Сибай хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, уның менән бергә Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районының хәрби комиссары Ринат Зәбиров, Сибай депутаты Әхәт Аҫылбаев та, контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа киткәйне.
Контрактҡа бәйле барлыҡ һорауҙарҙы Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып бирергә мөмкин, һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.