Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь , 10:01

Фәрит ағай кеүек үҙем ташланым

Күҙгә ен күренгәнсе эскәнем юҡ. Шулай ҙа бер эсһәм, һуҙып эсәм. Дауаханаға барып, система ҡуйҙырмайынса шәбәйә алмай торғайным. Һис юғында ҡатыным шулай тип уйлай һәм бәйһеҙ тормошом һуҙыла башлаһа, таныштары ашамы, “тиҙ ярҙам” саҡыртыпмы һауыҡтырып ала ине. Ала ине тием, сөнки хәҙер бына ун һигеҙ йыл эсмәйем. Укол да һалдырманым, Фәрит ағай кеүек үҙем ташланым.

Фәрит ағай кеүек үҙем ташланым
Фәрит ағай кеүек үҙем ташланым

Уның үҙ тарихы бар. Эсеп йөрөп, ҡайҙа етте шунда йоҡлап, көҙгө һалҡында һыуыҡ тейҙерҙем һәм дауаханаға эләктем. Бирлеләр йортона ла түгел, наркологияға ла түгел, ә инфекция бүлексәһенә.

Килгән көндө үк йәнәш карауаттағы ирҙе сығарғайнылар, палатала бер үҙем. Наркологияла кеүек тауыш-тын юҡ. Тып-тын. Тик һыуытҡыс ҡына ныҡ шаулап эшләй. Көндөҙ иғтибар итмәнем. Кисен йоҡлай алмай аптыраным. Төндә иһә дырылдап урынынан ҡубып килгән кеүек эшләй башланы. Һүндерергә уйлаһам ишеге асылып китте лә, унан аҡтан кейенгән ҡатын килеп сыҡты. Ҡулына араҡы тотоп алған. Эсеп алған кеүек мығырҙай. Утты тоҡандырайым тиһәм, ҡулдан тотто ла ебәрмәй. Ҡысҡырам тиһәм, тауыш сыҡмай. Һыуытҡыс һаман трактор кеүек геүләй. Тәүҙә кәрлә кеүек күренгән ҡатын буйтым ҙур ғына кеше булып сыҡты. Шешәнең ғорлаһынан эсте лә минең ауыҙға өоя башланы. Һыуыҡ бармаҡтары менән тәнемде һыпыра. Күпме ятҡанмындыр, иҫләмәйем. Уянғанда эргәмдә медсестра йүгереп йөрөй ине. Бер һорауына ла яуап бирә алманым. Икенсе платаға күсереүҙәрен генә һораным. Әйберҙәремде алып сығып барғанда һыуытҡыстың урынынан шылып ултырғанын күрҙем. Тимәк, һаташмағанмын...

 Шунан бирле араҡыны ауыҙыма алғаным юҡ.

Наил СОБХАНҒОЛОВ.

Фото: Гигачат нейроселтәренән.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: