Конгэк
+2 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2024, 11:25

Аш тәмле булһын өсөн

Кәңәштәр ошонда:

Аш тәмле булһын өсөн
Аш тәмле булһын өсөн

Һыйыр итенән аш бешерер булһағыҙ, ҡалаҡ һөйәге яҡшы була. Тауыҡ һурпаһы өсөн бер бөтөн тауыҡты һалығыҙ. Борщ өсөн ҡабырға ите яҡшы. Туҡмаслы ашка – тауыҡ, һурпа өсөн – һарыҡ ите. Ашҡа тигән итте ҡаны ағып бөтһөн өсөн 25 минут һыуҙа тоторға кәрәк. Итте бүлгеләмәйсә һалһағыҙ, һурпа тәмлерәк була. Уны боҙ кеүек һалҡын һыуға һалып бешереү дөрөҫ була. 3 литр һыуға бер килограмм, тауыҡ һурпаһы өсөн – 2,5 литр һыуға 1 кг ит алына.

Петрушка, пастернак йәки сельдерей тамыры һурпаны хуш еҫле итә. Һыу ҡайнап сығып, өҫтәге күбеген йыйып алғас, кипкән ҡәнәфер һалығыҙ. Бешеп сығыр алдынан шулай уҡ петрушка, тимьян һалырға мөмкин. Һурпаға тоҙҙо иң аҙаҡтан һалығыҙ. Ул һүрән утта тәмле бешә. Һыйыр итенән бешкән аш өс сәғәт ҡайнарға тейеш. Тауыҡ һурпаһын ҡайнап сыҡҡас 50 минут бешерергә кәрәк.

 

Автор фотоһы. 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: