Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь , 14:29

Күп кәрәкме миңә?

Ә һеҙ эргәгеҙҙәге кешенең йылмайыуына, иғтибарына мохтажмы ул?

Күп кәрәкме миңә? Күҙ асҡанда
Миңә ҡарап әгәр йылмайһаң,
Хәйерле көн теләп сәләм бирһәң,
Ғүмер буйы йәнәш һин барһаң…

Күп кәрәкме миңә? Балаларым
Һау-сәләмәт әгәр булһалар,
Ыңғай ғына барһа тормоштары,
Яҙмыштары менән уңһалар…

Күп кәрәкме миңә? Туғандарым
Сирләмәһә, татыу булһалар,
Мал-тыуарым теүәл, йорт-ҡуралар
Имен-аман ғына торһалар…

Күп кәрәкме миңә? Эшем булһа,
Һәр көн һайын сабып барырлыҡ,
Һаулыҡ бирһә Хоҙай, донъяларҙан,
Йәшәүҙәрҙән ләззәт алырлыҡ…

Күп кәрәкме миңә? Ил эсендә
Бар милләттәр татыу йәшәһә,
Ваҡытында ергә ямғыр яуып,
Күк күкрәһә, йәшен йәшнәһә…

Бәлки, түгелмендер иң бәхетле,
Яҙмыштарҙан иң-иң уңғаны –
Бөгөнгөнән Хоҙай айырмаһын,
Күп кәрәкмәй. Етә булғаны.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: