Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь , 05:52

Әруахтар эргәлә генә

Кешенең йәне йә күбәләк, йә ҡош булып осоп йөрөй тигәндәре дөрөҫмө икән әллә?

Әруахтар эргәлә генә
Әруахтар эргәлә генә

Яңыраҡ күршем әсәһенең йылын уҡытырға яҡындарын йыйҙы. Өлгөрә алмайым, ярҙам ит әле тигәс, алданыраҡ индем. Ингәс тә кухнялағы тәҙрәһендә бер күбәләккә иғтибар иткәйнем. Көҙ аҙағында был йән эйәһе ҡайҙан килеп сыҡты икән тип уйланым. Күршемә әйтһәм, иртәнән бирле осоп йөрөй ул, ти. Ныҡлап ҡараһаң, ҡайҙалыр юҡ була.
Бына барыһы ла йыйылып, өҫтәл тирәләй ултырҙы. Ҡөрьән сүрәләре яңғырай башлағайны, теге күбәләк күршемдең яурынына ғына ҡунды ла тик ултыра. Уны мин генә күрәм. Бына әхирәтемдең йөҙө үҙгәреп китте. Нисектер күбәләк ҡунған яурыны яғына эйелеберәк, янтайып китте лә, әйтерһең дә кемдеңдер ҡосағына һыйынған кеүек йәтешләп кенә ултырҙы. Шул мәлде теге күбәләк ҡанатындағы һүрәтте Мәрзиә инәйҙең күҙенә оҡшаттым. Доға ҡылынып, хәйер таратылғансы күршемдең ҡулбашынан китмәне, һуңынан өҫтәл тирәләй бер-ике өйөрөлөп осто ла юҡҡа сыҡты. Уның осоп йөрөгәнен барыһы ла күрҙе.
Һуңынан әхирәтем шулай тип һөйләне. Доға уҡый башлағас та иңбашында тәүҙә әсәһенең ҡулын, аҙаҡ йылы ҡосағына алғанын тойған. Барыбер ышанмаҫтар тип, ул

туғандарына һөйләмәне. Ә мин уның өҫтәл тирәләй ултырғас та йөҙө үҙгәреүен үҙ күҙем менән күргәс ышандым.
Был тормошта ҡыҙынан күп изгелек күрҙе Мәрзиә инәй. Мәңгелек донъяла ла ризалыр, билләһи.
Х. И.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: