Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь , 05:48

Ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүен үтергә мөмкин

Башҡортостанда Әсәйҙәр көнө алдынан Ҡатын-ҡыҙ һаулығы аҙналығы башланды. Уның сиктәрендә республикала йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүен үтә ала, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика йәмәғәтселек сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәгенән.

18-23 ноябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүен үтергә һәм терапевт, гинеколог, эндокринолог, маммолог, дерматолог, психолог консультацияһын алырға мөмкин.  

Республика медицина-генетика үҙәге, онкология диспансеры, перинаталь үҙәк табиптары Белорет, Бөрө, Дүртөйлө, Сибай, Күмертауҙың район һәм ҡала дауаханаларында күсмә консультациялар үткәрә, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: