“Ташмат” ҡушаматлы ир үҙ теләге менән 2022 йылда махсус хәрби операцияға юлланған. Ҡаты яраланғандан һуң, госпиталдәрҙә яраларын нығытҡас, тыуған яҡҡа ҡайта. Күмертау ҡалаһы социаль координаторы Светлана Гречушкина ярҙамында протез, "Хәрби хәрәкәттәр ветераны" танытмаһын юллап алғандар, йәшәгән фатирға тиҙҙән бар уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ.