«Өфөнөң һөнәри һәм юғары белем биреү ойошмаларында уҡыған йәтим, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға 2024-2025 уҡыу йылына Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы стипендияларын тәғәйенләргә», — тиелә документта.
Түләү ҡаланың опека һәм попечителлек идаралығы аша башҡарыла. Шулай уҡ идаралыҡҡа Өфө хакимиәте башлығы стипендияһын тәғәйенләү тураһында дипломдар тапшырыу тантанаһын үткәреү бурысы йөкмәтелде, тип хәбәр итә "Башинформ".
Документта стипендияның күләме билдәләнмәй.