Конгэк
-14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь , 11:47

Көләмәс. Самолетта

   

Көләмәс. Самолетта
Көләмәс. Самолетта

Самолетта бер-береһенә йәнәшә креслоларҙа һары толомло сибәркәй менән адвокат осоп бара икән. Юл оҙон, оҙаҡ. Һары толомҡай шым ғына иллюминаторға ҡарап тик барғас, адвокат быға:
- Әйҙәгеҙ, уйын уйнап алабыҙ. Мин һорау бирәм һеҙгә, әгәр яуабын белмәһәгеҙ - һеҙ миңә 100 һум. Аҙаҡ һеҙ миңә һорау бирәһегеҙ - яуабын белмәһәм - мин һеҙгә - 5000 һум. Ҡыҙ риза була.
Адвокат:
- Ер шары менә Ай араһындағы алыҫлыҡ?
Һары толомҡай шым ғына быға 100 һум тоттора ла, һорауын бирә:
- Кем тауға өс аяҡлап менә, дүрт аяҡлап төшә?
Бер нисә сәғәт үтеп китә, яуап табалмай, адвокат... Шылтыратмаған дуҫтары, туғандары ҡалмай, интернетта ла яуап табалмай... Хәл юҡ, 5000 һум сығарып тоттора ла ҡыҙға:
- Яуабы нимә инде? - тип һорай.
Уның һорауына теге һары толомҡай быға йәнә 100 һум сығарып бирә лә:
- Белмәйем! - тип кире иллюминаторға боролоп ултырған, ти.

Йылмай

Автор:
Читайте нас: