Мәктәпкә яңы тарих уҡытыусыһы килгән, ти. Беренсе дәрестә үк балаларҙы ҡаңғырта, ти был:
- Балалар, Измаилды кем алған?
Уҡыусылар бер тауыштан "Юҡ, юҡ, мин алманым, мин дә алманым, миңә нимәгә ул!" - тип тауыш ҡуптарған. Аптырап, балалар тарихты белмәй тигән сәбәп менән уҡытыусы завучҡа киткән. Хәлде һөйләп биргән. Завуч:
- Нисәнсе синыф тиһегеҙ, туғыҙынсымы? Әтеү, унда бер шуғыраҡ малай бар, Рәшит, ул алғандыр!.. - тимәһенме.
Тарихсы аптырашта ҡалған. Киткән директорға. Уҡыусыларға ҡушып завучтың да наҙанлығы тураһында әйтһә, директор бүлдереп тороп:
- Тәәәк, разбиратся итергә кәрәк!!! Нисәнсе синыф тиһегеҙ, туғыҙынсымы? "А", "Б"... Ҡайһыһы?
- Туғыҙынсы "А"лар инде...
- Әәәәй, "А"лар алғас, табып маташмағыҙ, бирмәйҙәр ул! - тимәһенме!