ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь , 09:42

«Башҡорт» 100 мең һум аҡса күсергән

Стәрлетамаҡ районынан «Башҡорт» позывнойлы яугир Республика махсуслаштырылған балалар йортона йөҙ мең һум аҡса күсергән. Хеҙмәткәрҙәр был аҡсаны сабыйҙарға кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, шәхси ҡулланыу әйберҙәре һатып алыуға тотонған.

«Башҡорт» 100 мең һум аҡса күсергән
«Башҡорт» 100 мең һум аҡса күсергән

Һәр бала был тормошта иң яҡшыһына лайыҡ, тип иҫәпләй һалдат. Уларҙың яҡты киләсәге хаҡына ҡулына ҡорал алып үҙ теләге менән фронтҡа киткән яугир. «Башҡорт»тоң фекеренсә, был ҡиммәттәр бер ниндәй ҙә матди байлыҡҡа торош итмәй, тип хәбәр итте "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Яугир Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе, ябай хеҙмәт кешеләре, унда намыҫ, изгелек, шәфҡәтлелек кеүек сифаттарҙы тәрбиәләгән. Ғаиләлә биш бала үҫә, «Башҡорт» дүрт малайҙың иң өлкәне. Бала саҡтан спорт менән дуҫ була, хәрби лагерҙарға йөрөргә ярата, армия сафында хеҙмәт итергә хыяллана. Әммә медицина күрһәтеүе буйынса хәрби хеҙмәткә алынмай. Махсус хәрби операция башланғас, «Башҡорт» фронтҡа юлланыу хаҡында уйлана башлай. Күп дуҫтары өлөшләтә мобилизация сиктәрендә һәм ирекмән булараҡ ил һағына баҫа.

Яҡын дуҫы фронт һыҙығында һәләк булғас, «Башҡорт» ныҡлы ҡарарға килә һәм Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, иптәштәренә ҡушыла. Бөгөн ул иҫ киткес ныҡлыҡ һәм ҡыйыулыҡ менән хеҙмәт итә. Өйҙә, Стәрлетамаҡ районында, хәрбиҙе ата-әсәһе һәм туғандары көтә. «Башҡорт» ғаилә төҙөмәгән әле. Ул ҙур йорт, күп балалы ныҡлы ғаилә тураһында хыяллана, унда балалар йортонан сабыйҙар алырға ла ниәтләй.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: