Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь , 11:50

Әйҙә балан бәлеше бешерәйек!

Баланлы бәлеш бешереү еңел генә ул.

Кәрәк буласаҡ:

Ҡамыр:
0,5 л. — һөт,  
150 гр. — аҡ май,
1 — йомортҡа,
2 стакан — он,
1 ҡалаҡ — шәкәр ҡомо,
0,5 сәй ҡалағы — содаһәм шулай уҡ тоҙ.

 500—550 гр. — әҙер балан.

 1 йомортҡа — бәлеш өҫтөнә һөртөү өсөн, 
 1 сәй ҡалағы  —  таба майлар өсөн,
 4 аш ҡалағы — шәкәр ҡомо
1 сәй ҡалағы  — крахмал йәки ҡоро манный.

 Йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Баланды сүптәрен айырып яҡшылап йыуығыҙ, әҙерәк (0,5 стакан) һыу , 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомон ҡушығыҙ,  утта томалағыҙ. Баланды һыуытығыҙ, эсенә 1 сәй ҡалағы крахмал йәки манка һалығыҙ (бәлеш ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн). Ҡамырҙы икегә булергә, бер бүлеме (бәлештен аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙан ҙур киҫәген 5-7 мм ҡалынлығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыз. Ҡамыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап һалығыҙ, өҫтөнә кәрәгенсә шәкәр һибегеҙ.  Балан өҫтөнә икенсе йәйелгэн ҡамыр менән ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп ситтәрен йәбештереп үрегеҙ. Бәлештен өҫтөндәге ҡамыҙың уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн), шул уҡ ҡамырзан бәлеш өҫтөнә япраҡтар эшләп биҙәп тә була. Бәлеште 200 С  духовкала йәки мейестә 20-25 минут бешерегеҙ. Бешкән бәлештең өҫтөнән йомортҡаның һарыһын һөртөгөҙ.

Әйҙә балан бәлеше бешерәйек!
Әйҙә балан бәлеше бешерәйек!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: