Бөгөн район хакимиәтендә әйләнә-тирәһендәгеләр хаҡында хәстәрлек күргән, мохтаж кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙған бер төркөм ирекмәндәр тәбрикләнде.
Йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән йәш ирекмәндәр район-ҡалала уҙған «Ағиҙел» йәштәр форумында, төрлө хәрби-илһөйәрлек, спорт, экологик сараларҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Ил Президентын, республика Башлығын, урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кеүек мөһим сәйәси саралар уларҙан башҡа үтмәй.
Йөрәк саҡырыуы буйынса изге ғәмәл башҡарғандар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Шулай уҡ төрлө сәбәптәр менән ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға аҙыҡ-түлек һәм кәрәкле көнкүреш тауарҙары, дарыуҙар таратыуҙа ярҙам күрһәтә. Илебеҙ пандемияға бәйле ҡатмарлы осор кисергәндә лә уларҙың эше баһалап бөткөһөҙ булды. Социаль приюттағы балалар, ҡарттар йортонда йәшәгән өлкән йәштәгеләр ҙә уларҙың иғтибарын тоя.
Ирекмәндәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына наркотиктарҙы рекламалауға ҡоролған мәғлүмәтте табыуҙа булыщлыҡ итә, асыҡлаған адрестар район-ара прокуратураға тапшырыла.
Күңел ҡушыуы буйынса изге эшкә ҡушылғандарҙың барыһына ла сәләмәтлек һәм уңыштар теләйбеҙ!
Л.Хәйруллина фотолары.