Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь , 11:00

Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе

Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа мәктәп туҡланыуы - иғтибар үҙәгендә. Шулай булырға тейеш тә, сөнки балаларҙың дөрөҫ туҡланыуы уларға көс һәм яҡшы кәйеф кенә бирмәй, ул, иң беренсе - һаулыҡ нигеҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Тура бәйләнеш”тә лә был мәсьәлә күтәрелде.

Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе
Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе

Мәғариф идаралығы технологы Гөлназ Әмирова билдәләүенсә, беҙҙең районда мәктәп уҡыусыларын сифатлы йылы аш менән тәьмин итеү маҡсатында барыһы ла эшләнә. Йәйге осорҙа бөтә белем усаҡтары ашханаларында, аҙыҡ блоктарында ремонт үткән, тейешле ҡорамалдар алынған.

Уҡыу йылының тәүге көндәренән бөтә белем биреү учреждениеларында ла ашханалар эшләй. 1-4-се класс уҡыусылары һәм льготалы категорияға ҡараған балалар мәктәптә бушлай ашай. Меню балаларҙың физиология нормаларына һәм санитария талаптарына тура килтерелеп төҙөлә һәм көн һайын белем усағы сайтына ҡуйыла. Бынан тыш, унда менюның фотографияһы ла урынлаштырыла. Мәктәп туҡланыуы балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә даими ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙың береһе. Был тәңгәлдә улар бракераж комиссияһы составында балаларының нисек туҡланыуын контролдә тота .  Һәр айҙың һуңғы йомаһында “Ата-әсәләр сәләмәт туҡланыу яҡлы девизы” менән асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. Был көндө балаларҙың әсәләре мәктәп ашханаһы эшмәкәрлеген, балаларҙың гигиена талаптарын үтәүен, ризыҡтың сифатын тикшерә. Әйткәндәй, ата-әсәләр контроле тураһында положение һәр мәктәптең сайтында бар. Туҡланыу мәсьәләһе буйынса мәғариф идаралығында 8 (34764) 3-04-90, 3-30-35 телефоны буйынса “ҡыҙыу линия” эшләй. Һорауҙарығыҙ, теләктәрегеҙ булһа, туранан-тура мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Цитата:

Мәктәп туҡланыуы мин осраған тәүге бурыстарҙың береһе булды. Бына хәҙер был тәңгәлдәге ялыуҙар һанын кәметкән тотороҡло система булдырылды. Был эште артабан яҡшыртыу өсөн менюны индивидуалләштереү юлы менән яңы идеялар һәм стандарттар индереү талап ителә.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы.

Ләлә Рафиҡова, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы директоры:

- Радий Хәбиров мәктәп туҡланыуының милләт һаулығының төп элементы булараҡ мөһимлеген аңлай. Республика етәксеһе булып килгәс тә ошо мәсьәләне хәл итеүгә ҙур иғтибар бирҙе.

Ысынлап та, мәктәптә балаларҙың туҡланыуы көнүҙәк мәсьәлә. Туҡланыу – ул тамаҡ туйҙырыуҙы ғына аңлатмай, ул – сәләмәтлек нигеҙе, баланың аҡыл һәм физик үҫешенә туранан-тура йоғонто яһаған мөһим аспект.

Мәктәп уҡыусыларын ашатыу бөгөн ата-әсәләр генә түгел, ә прокуратура, Роспотребнадзор, Башҡортостан Республикаһы Социаль туҡланыу идаралығы, Хөкүмәт контроь-ревизия комиссияһы контролендә. Шулай булырға тейеш тә...

Лена АБДРАХМАНОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: