Грек сәтләүеге
Кешенең мейе эшмәкәрлеге өсөн шәп, хәтерҙе яҡшырта, депрессияға ҡаршы торорға булышлыҡ итә, көс бирә. Был сәтләүектәге магний, калий, кобальт, тимер, йод һәм май кислоталары атеросклероз, гипертония һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән файҙалы.
Кешью
Боронғо һиндтар кешью ярҙамында теш һыҙлауын, теш ҡаҙнаһының ҡанауын баҫҡан.
Бөгөн кешью тын алыу системаһы ағзалары сирҙәре, киҙеү, бронхиаль астма ваҡытында организмды нығытыу сараһы булараҡ файҙаланыла. Бынан тыш, ул төрлө бактерияларға, шешенеү-елһенеүҙәргә ҡаршы ҡулланыла.
Фисташка
Был сәтләүектәрҙә калорияның аҙыраҡ, Е, В төркөмө витаминдары күпләп булғанлыҡтан, улар төрлө диеталарҙа файҙаланыла. Ундағы каротиноидтар күҙгә яҡшы тәьҫир итә, һөйәктәрҙе, тештәрҙе нығытырға булышлыҡ итә. Тағы ундағы күҙәнәклектең күп булыуы холестерин кимәлен кәметә.