Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь , 06:08

Күҙгә арпа сыҡһа

Һеҙгә арпа сыыҡаны бармы? Уны нисек бөтөрәһегеҙ?

Күҙгә арпа сыҡһа
Күҙгә арпа сыҡһа
Уның тәүге билдәләре: күҙ ҡабағының сите ҡыҙарып, бәләкәй генә шеш барлыҡҡа килә, 3 - 4 көндән һуң уның башы ағарып, эренләп сыға. Ваҡытында дауаланғанда нисек тиҙ килеп сыҡһа шулай юҡҡа ла сығасаҡ. Ул 3 - 4 көндән һуң ул эренләйәсәк. Күп осраҡта был эрен үҙе үк асылып, ауыртыу үтә. Ә инде эш оҙаҡҡа китһә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Арпаны һытырға ярамай. Инфекция башҡа биҙҙәргә күсеп, ҡанға таралыу һәм тағы ҡурҡынысыраҡ һөҙөмтәләргә килтереү ихтималлығы бар. Шулай уҡ уны йылытыу ҙа тыйыла.

Халыҡ медицинаһынан түбәндәгеләрҙе ҡулланырға мөмкин:

Алоэ япрағын яҡшы итеп йыуып һутын һығырға һәм 1: 10 нисбәтендә ҡайнаған һыу ҡойоп болғатырға. Һуңынан шуға мамыҡты йәиһә марляны манып, күҙгә ябырға мөмкин.

10 – 15 кипкән тырнаҡ гөлө сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 – 40 минут төнәтергә. Һуңынан унан да күҙгә япма әҙерләргә.
Шулай ҙа табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
 
 
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: