Юлай Талха улы Бөтә донъя Ирекмәндәр көнөнә бәйле изге күңелле яҡташтарға ихлас күңелдән йылы теләктәрен, рәхмәт һүҙен еткерҙе. “Мин дә үҙ теләгем менән яу барған яҡтарға юлландым. Контракт тамамланғас, кире үҙ вазифамда эш башланым”, - тине Юлай Талха улы һәм махсус хәрби операциялағы хәлдәр менән таныштырҙы, журналистарҙың, һәм яҡындары яуҙа йөрөгәндәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. “Самурай” ҡушаматлы яугир, күптәр уйлағанса, штабта боҫоп ултырмаған, пилотһыҙ осоу аппараты менән идара иткән, ҡаршы яҡтың тылында разведка эше алып барған, “ҡошсоҡ”тарҙы техник хеҙмәтләндергән. “Юғалтыуҙар ике яҡта ла булды, беҙҙең бригаданы Хоҙай һаҡланы”, - ти Юлай Талха улы.
Журналистарҙы яугирҙәрҙең йәшәү торошо, аҙыҡ-түлек, кейем, ҡорал менән тәьмин ителеше, гуманитар ярҙамдың барып етеү-етмәүе ҡыҙыҡһындырҙы.