Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь , 11:05

КИТ ИНДЕ! ҠОТ ОСҠОС ХӘЛ!

Йәш ата-әсә балаһын өйҙә яңғыҙын ҡалдырып китә. Был сабыйҙың хәлһеҙләнеүенә килтерә.

КИТ ИНДЕ! ҠОТ ОСҠОС ХӘЛ!
КИТ ИНДЕ! ҠОТ ОСҠОС ХӘЛ!

Йәш ата-әсә балаһын өйҙә яңғыҙын ҡалдырып, уны хәлһеҙләндерә. «Башинформ» Агентлығына БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылдың ноябрендә полицияға бер ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул октябрҙә 21 йәшлек ейәненең өйөнән сығып китеүе һәм 9 айлыҡ улын ҡалдырыуы тураһында белдерә. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса подразделение хеҙмәткәрҙәре Степан Кувыкин урамындағы фатирға юллана.

2024 йылдың февралендә тыуған малайҙың ата-әсәһе бер ай самаһы элек өйҙән сығып киткән һәм уларҙың ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Борсолған туғандары полицияға мөрәжәғәт итә һәм сабыйҙы ҡарауҙы үҙ өҫтөнә ала. Табиптар тикшереүе барышында баланың хәлһеҙләнеүе һәм уның физик үҫеше йәшенә тап килмәүе асыҡланған», — тип хәбәр итәләр ведомствонан. Тәртип һаҡсылары ата-әсәгә ҡарата «Бәлиғ булмағанды тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәү» статьяһы буйынса енәйәт эше аса. Полиция хеҙмәткәрҙәре хәлһеҙләнгән сабыйҙың ата-әсәһен табып, уларҙы тикшереү өсөн бүлеккә алып килә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер нисә ай дауамында ата-әсәләр бер нисә тапҡыр өйҙән сығып киткән, баланы яңғыҙ ҡалдырған, шулай уҡ уның һаулығын күҙәтмәгән. Опека органдары ҡарары буйынса баланы туғандарына тапшыралар. 

https://www.bashinform.ru/

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: