Яугир менән хушлашырға һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашырға Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары Ринат Ғибәҙуллин, Первомай ауыл биләмәһе башлығы Олег Субботин, хеҙмәттәштәре, ҡала халҡы килде.
Әбделмәнов Айнур Францович 1985 йылдың 20 июлендә Башҡортостан АССР-ның Кумертау районы Ялсыҡай ауылында тыуған. Ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң төрлө ойошмаларҙа эшләй. Һуңғы эш урыны - «Мәләүез кирбес заводы» йәмғиәте.
2003 йылдан 2005 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт үтә. 2006 йылдың декабренән 2007 йылдың авгусына тиклем контракт буйынса Алыҫ Көнсығыштағы 51363 хәрби частә хеҙмәт итә.
2022 йылдың 17 октябрендә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыла, хәрби яраштырыуҙан һуң махсус хәрби операция үткәреү зонаһына китә. 29601 мотоуҡсылар батальоны мотоуҡсылар ротаһы мотоуҡсылар взводында гранатометсы вазифаһында хеҙмәт итә.
2024 йылдың 5 октябрендә махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк була.
Ватанды һаҡлаусы батыр яугир Айнур Францович ғүмеренең ахырына тиклем хәрби антына тоғро ҡала. Туғандарының теләгенә ярашлы батыр яугирҙы хәрби хөрмәттәр менән тыуған ауылы зыяратында ерләйәсәктәр.
Яҡындарын юғалтҡан туғандарҙы бер ниндәй һүҙҙәр ҙә йыуата алмай, әлбиттә. Юғалтыу ауырлығын йомшартыуҙың берҙән-бер сараһы – ул беҙҙең хәтер, был ҡорбандарҙың бушҡа түгеллеген аңлау. Һәм беҙҙең бурысыбыҙ - был хәтерҙе мөмкин тиклем оҙаҡ йылдар һаҡлау.
Айнурҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, яугир!