Конгэк
-16 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2024, 06:58

Бәләкәй аҙым

Кемдер ҡарап уйлап ҡуйыр бәлки:

Бәләкәй аҙым
Бәләкәй аҙым

"Бик бәләкәй ҙә инде аҙымың!"
Әллә белер үҙе, әллә белмәҫ,
Әллә йәлләр, әллә тарһыныр.

Бик бәләкәй аҙым,
Килешәмен.
Булмай әле үрә һикереп.
Кешелеккә инселәнгән утты
Һәр йөрәккә тиклем еткереп.

Ул ут ярай бүлмә яҡтыртырға
Тын кистәрен өйгә ҡайтҡанда.
Ләүкеп ҡуя һүнер-һүнмәҫ булып
Хаталанып яҙа баҫҡанда.

Бик бәләкәй аҙым менән барам,
Ҡыйратҡанда кемдер бик ҙур эш.
Барыһы ла үрә һикерә ҡалһа,
Кем ҡулында булыр көнитмеш?

Бәләкәйҙән булһа ла атлар аҙым,
Алға барам, артҡа боролмам.
Йондоҙҙарға етер өсөн дә бит
Ерҙә уйлағандар ҡоролма.

Айгөл Манапова.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: