ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар , 14:15

Башҡортостандан 2,5 мең бала Ҡыш бабайға шылтыратҡан

Башҡортостандан 2,5 мең бала һуңғы акция дауамында Ҡыш бабайҙың ҡыҙыу элемтәһенә шылтыратҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Һанлы үҫеш министрлығынан. Ә унан алдараҡ йылда республиканан 2,37 мең шылтыратыу теркәлгән.

Башҡортостандан 2,5 мең бала Ҡыш бабайға шылтыратҡан
Башҡортостандан 2,5 мең бала Ҡыш бабайға шылтыратҡан

Бушлай ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса балалар ҡышҡы йомаҡтар систе, Ҡарһылыуға Яңы йылға алырға теләгән бүләктәр тураһында һөйләне, Ҡыш баабйға үҙ теләктәрен еткерҙе. Ғәҙәттәгесә, балалар смартфон тураһында хыяллана. Артабан уйынсыҡтар (машина, ҡурсаҡ, конструктор), тәм-том һәм спорт инвентары килә.

Шулай уҡ «атай менән әсәйгә бәхет», «һәйбәт билдәләр» һәм «бөтәһе лә һау-сәләмәт булһын» тигән теләктәр ҙә яңғыраны.

Ҡыҙыу линияға шылтыратҡан иң әүҙем абоненттар – 5 йәштән 10 йәшкә, ә мөрәжәғәттәр һаны буйынса икенсе урында – 5 йәшкә тиклемге балалар. Әлеге балалар тыуғандан уҡ технологиялар менән тығыҙ бәйләнгән, был уларҙың көндәлек тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора, тип билдәләне республиканың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-10/dedu-morozu-pozvonili-2-5-tysyachi-rebyat-iz-bashkirii-4079434

Автор:
Читайте нас: