ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар , 08:55

Өфө табибы пациентты 65 мең һумға алдаған

Өфөнән 41 йәшлек табип пациентты 65 мең һумға алдаған. Октябрьский район суды табипҡа «граждандарға ҙур зыян килтереү менән мутлашыу»статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы ла инде.

Өфө табибы пациентты 65 мең һумға алдаған
Өфө табибы пациентты 65 мең һумға алдаған

БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, уҙған йылдың авгусында ҡатынды операция үткәреү өсөн өфө дауаханаларының береһенә оҙатҡандар. Табип, пациентты яңылыш юлдан яҙҙырып, медицина ярҙамын түләүле генә үткәрергә мөмкин тип хәбәр итә һәм хеҙмәт өсөн 65 мең һум талап итә. Әммә ул мотлаҡ медицина страховкаһы сиктәрендә бушлай квалификациялы ярҙам алыу хоҡуғына эйә була. Ғәйепләнеүсене хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре аҡса алғанда ҡулға алған.Ир үҙ ғәйебен таныған. Суд уға ике йылға шартлы рәүештә шул уҡ осорға һынау срогы менән иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй. Суд ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Фото Башинформдан.

Өфө табибы пациентты 65 мең һумға алдаған
Өфө табибы пациентты 65 мең һумға алдаған
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: