Республикала ирекмәндәр 68 йәшлек Зөлхизә Харисованы (Мөхәмәтова) эҙләй.
«Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Лиза-Алерт Башҡортостан» эҙәрмәндәр отрядының рәсми төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, хәбәрһеҙ юғалған Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе ҡатын медицина ярҙамына мохтаж. Ирекмәндәр мәғлүмәте буйынса, ҡатын 8 ғинуарҙа өйөнән сығып киткән һәм юғалған. Уның ҡайҙа булыуы әлегә тиклем билдәһеҙ. Билдәләре: буйы 157 см, уртаса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле һәм һоро күҙле. Асыҡ һоро плащ, ҡара дутыш һәм ҡара-зәңгәр бәйләнгән эшләпә кейгән.
Эҙәрмәндәр юғалған ҡатындың ҡайҙалығын белгән һәр кемдән 8 (800) 700-54-52 йәки 112 телефоны буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай.
Автор:Дарья Субботина