Конгэк
-18 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар , 06:53

Беҙҙекеләр булдыра!

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада үтте.

Беҙҙекеләр булдыра!
Беҙҙекеләр булдыра!

Мәләүез районынан 3-сө гимназия, 8-се мәктәп, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы һәм Восточный ауылы мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Һәр уҡыусының яҙма эштәре, телдән сығыштары юғары һәм яҡшы баһа алды. Мәләүез уҡыусылары рейтинг буйынса өҫкө йәки уртансы позицияла. Өс уҡыусы призер исеменә лайыҡ булды. Улар: 8-се мәктәптән 11-се класс уҡыусылары Яппарова Ләйсән һәм Ҡыуандыҡова Алтынай; 3-сө гимназиянан 10-сы класс уҡыусыһы Яппаров Иҙел. Уҡытыусылары Рәхмәтуллина Г.Р. һәм Хөсәйенова Г.В.
Уҡыусыларыбыҙҙы һәм уҡытыусыларҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ. Артабан да һеҙгә уңыштар юлдаш булһын.
Башҡортотсан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин: " Олимпиаданың абруйы үҫеүенә уның Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы бойороғо менән раҫланған олимпиадалар һәм конкурстар исемлегенә биш йыл рәттән индерелеүе лә, еңеүселәргә һәм призерҙарға Башҡортостан Республикаһында эшләп килеүсе юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән ваҡытта балдар өҫтәлеүе лә, йыл да Республика Башлығы премияһы тапшырылыуы ла етди булышлыҡ итә" - тип билдәләне. Башҡорт телен яратып өйрәнеүсе, туған телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен ихтирам итеүсе йәштәргә уҡыуҙарында уңыштар, яңы бейеклектәр теләне!

Вилиә ФӘХРЕТДИНОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: