Конгэк
-16 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар , 12:50

Күңел

Буш тор(а) алмай күңел,йә шатлыҡты,Йә һағышты өйҙәш итә һала...

Күңел
Күңел

Буш тор(а) алмай күңел,
йә шатлыҡты,
Йә һағышты өйҙәш итә һала.
Уйынсыҡтай күреп ул шуларға
Әүрәй һала, хас та сабый бала.

Берен ала ла ул, берен һала,
Өмөт кенә өҫтә, гел уртала.
Шатлыҡ менән һағыш араһында,
Күренмәйсә генә гел бутала.

Тик тор(а) алмай күңел
йә талпына,
Үҙен үҙе этә упҡындарға.
Һәм көнләшеп ҡарай тәбиғәттә
Тыныслыҡтың йәмен
тапҡандарға.

(Г. Хәлфетдинова)

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: