ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар , 20:22

Республикала йыл башынан 10 хәрбиҙәр колоннаһы МХО-ға юлланды

Башҡортостандан 2025 йылдың башынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙең 10 колоннаһы махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер Ирек Сәғитов белдерҙе.

Республикала йыл башынан 10 хәрбиҙәр колоннаһы МХО-ға юлланды
Республикала йыл башынан 10 хәрбиҙәр колоннаһы МХО-ға юлланды

«Республиканың ЮХХДИ һәм дәүләт комитеты (Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты) хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында исемле батальондар хәрбиҙәре, мобилизацияланғандар ултырған автобустар юлға сыҡты. Республикабыҙға, шул иҫәптән һеҙгә, Радий Фәрит улы, уңайлы автобустар менән тәьмин иткән өсөн ыңғай баһа бирелде. Кешеләр рәхмәтле, шәхси составтың да хәрби рухы көслө», — тине Ирек Сәғитов.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙе Донбасҡа йөрөткән автобус водителдәрен, шулай уҡ МХО биләмәһенә гуманитар йөк ташыған фура водителдәрен дәртләндереү кәрәклеген дә иҫкә төшөрҙө, тип хәбәр итте "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

«Уларға ошондай ҡатмарлы һәм хәүефле хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтергә кәрәк», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: