ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар , 10:17

Көләмәс. Диета

   

Көләмәс. Диета
Көләмәс. Диета

Ҡатын диета тотам тигәс, миңә лә ашауҙы кәметергә тура килде.

Шулай, бер төн үлтереп тороп ашағы килеп китте!!! Шыыым ғына аш-һыу бүлмәһенә сыҡтым, әкрееен генә итеп һыуытҡысты астым, макарон менән кәтлит ятҡан кәстрүлде сығарып кинәнеп китеп ашарға тотондом. Һаҡ ҡына, шапылдамай ғына ашарға тырышам, үҙемсә.
Шул арала бүлмәгә улым килеп сыҡты. Мин тынымды тоттом, мине күрмәһен, йәнәһе. Ә ул тотто ла утты ҡабыҙҙы!!!

Шул секундта минең иҫ-аҡыл китте, хайран ҡалдым! тиһәм, бер нәмә лә әйтмәгән төҫлө буласаҡ!
Минең сырайҙы күрһәгеҙ икән, шул мәлдәге! Өҫтәлдең икенсе осонда ике ҡулы менән кәтлитен ауыҙ эргәһендә тотоп, ҡатып ҡалған ҡатын тора ине.

ЙЫЛМАЙ төркөмөнән

Автор:
Читайте нас: