ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар , 06:51

МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙең төбәк саралары тураһында иҫкә төшөрҙө.

МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында
МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында
«Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылында беҙҙе һаҡлаусыларҙы һәм уларҙың яҡындарын иғтибар, хәстәрлек менән солғап алыу өсөн тағы ла күберәк көс һалырға кәрәк», — тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Башҡортостанда төрлө өлкәләргә ҡағылышлы 40 төбәк ярҙам сараһы ғәмәлдә, тип өҫтәне республика етәксеһе. Әйтәйек, мәктәпкәсә йәштәге балалар, уҡыусылар һәм студенттар өсөн льготалар, белем алыу һәм профессиональ үҫеш, социаль хеҙмәттәр, ял һәм сәләмәтләндереү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам, тип хәбәр итте "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

 «Ошо исемлекте киңәйтәбеҙ. Тиҙҙән беҙҙең МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы була. Пландарҙы һәм аныҡ эштәрҙе тикшерербеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Фото:Валерий Шахов.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: