Синоптиктарҙың фараздары буйынса, бөгөн, 23 ғинуарҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -12, -17 градус тәшкил итәсәк.
Йома, 24 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә -13, -18, аяҙытҡанда -23 градусҡаса һалҡын, көндөҙ -9, -14 градус һалҡын.
Шәмбе, 25 ғинуарҙа әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -13,-18, аяҙытҡанда -23 градусҡаса һалҡын, көндөҙ -9,-14 градус.